Геройҙар дәүере
27 Октябрь 2023, 12:00

Баймаҡ эшҡыуары яугирҙәргә ҡымыҙ алып барған

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып барыуҙа даими ҡатнаша

Баймаҡ эшҡыуары яугирҙәргә ҡымыҙ алып барғанБаймаҡ эшҡыуары яугирҙәргә ҡымыҙ алып барған
Баймаҡ эшҡыуары яугирҙәргә ҡымыҙ алып барған

Баймаҡ эшҡыуары, «Экопродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмиәте директоры Рим Хафизов махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр ваҡыт теләп ҡатнаша һәм үҙе шәхсән алып бара. Был юлы ул шәхси автомобилендә яугирҙәр яҙмышына битараф булмаған кешеләр тапшырған йылы әйберҙәрҙе һәм үҙҙәре етештергән ҡымыҙҙы алып барған. Бензобысҡынан башлап генераторға ҡәҙәр кәрәкле әйберҙәр тейәлгән йөк ылауы яҡташтарға үҙ ваҡытында барып еткән. Яугирҙәр айырыуса Дания исемле оло йәштәге ҡатын бәйләп ебәргән йөн ойоҡтар һәм йылы бейәләйҙәргә ифрат ҡыуанған.

Әйткәндәй, Баймаҡ эшҡыуары даими рәүештә яҡташтарына ярҙам күрһәтә, ылауҙы үҙе алып бара.

Фото: "Баймакский вестник"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас