

Башҡортостан ир-егеттәре, ирекмәнде махсус хәрби операцияла намыҫлы хеҙмәте менән күптәргә өлгө. Улар яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн төрлө дәүләт наградалары менән бүләкләнә, шулай уҡ хәрби исемдәр ала.
Ошо көндәрҙә Таһир Кусимов исемендәге башҡорт батальонының батыр йөрәкле командиры “Сенсей”ға подполковник званиеһы тапшырылды.
“Командующий бойороғо менән майорға подполковник хәрби дәрәжәһе бирелде. Һеҙҙе ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Һеҙ, ысынлап та, был дәрәжәгә лайыҡлыһығыҙ. Был дәрәжәлә генә туҡталмауығыҙҙы теләйем. Беҙҙең алда күп эштәр тора. Һеҙ алдынғы офицерҙарыбыҙҙың береһе булып тораһығыҙ. Артабан да ошолай дауам итегеҙ, бары тик еңеүгә ынтылығыҙ, үҙегеҙҙең яугирҙәрегеҙҙе хәстәрләгеҙ. Бергә - беҙ көс”, – тигән теләктәр әйтелде погон тапшырыу сараһында.
“Сенсей”ҙы сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә яу яланында булған яҡташтарыбыҙҙан тик яҡшы хәбәрҙәр генә килһен.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: Башҡорт батальоны.