Геройҙар дәүере
28 Октябрь 2023, 07:00

Яугирҙәргә - кипкән ҡорот

Хәйбуллалар тыуған яҡ күстәнәсе итеп ебәреләсәк кипкән ҡорот яугирҙәргә көс, дәрт-дарман өҫтәр, тигән ышаныста.

Яугирҙәргә - кипкән ҡоротЯугирҙәргә - кипкән ҡорот
Яугирҙәргә - кипкән ҡорот

Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. 

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итеүенсә,  алдағы көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһына райондан сираттағы гуманитар ылау оҙатыла. Техника, башҡа кәрәк-яраҡ менән бер рәттән, уңған хужабикәләрҙең тырышлығы менән яугирҙәргә йәнә киптерелгән ҡорот та ебәрелә. Ғәлиәхмәт, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Әбүбәкер, Сәғит, Иләс ауылдарының ағинәйҙәренең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм айырым хужабикәләрҙең көсө менән тупланған милли ризыҡты һылыуҙар исеменән уларҙы әйҙәп йөрөүсе район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова алып килеп тапшырҙы. Тыуған яҡ күстәнәсе итеп ебәреләсәк кипкән ҡорот яугирҙәргә көс, дәрт-дарман өҫтәр, егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыр, тигән изге теләктәрен дә еткерә улар.

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас