

Күптән түгел, Баймаҡ районы Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшиндың ваҡытлыса ялға ҡайтыуы, үҙе белем алған Сибай педагогия колледжында булып, кураторы Гөлнара Шәкироваға килеүе, студенттар менән осрашыуы хаҡында яҙған инек.
Әле Артур үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлаша: ул РФ Оборона министрлығының “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, Артур Ғәҙелшин өлөшләтә мобилизация башланғас та үҙенең "Илама әсәй, илама..." йыры менән киң популярлыҡ яулаған ине. Һәүәҫкәр йырсы һәм яугиргә тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Афарин, Артур!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.