Геройҙар дәүере
29 Октябрь 2023, 03:00

Хушлашыр саҡта ғына серен аса...

Хәҙер инде егет алғы һыҙыҡта, туғандарына борсолмаҫҡа ҡуша, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип тынысландыра.

Хушлашыр  саҡта ғына серен аса...Хушлашыр  саҡта ғына серен аса...
Хушлашыр саҡта ғына серен аса...

Азамат бәхетле бала сағын биш апай-һеңлеһе  араһында үткәргән. Ҡатын-ҡыҙҙар хәстәрлеген бәләкәйҙән тойоп, һөйөүгә сорналып үҫкән  Стәрлебаш районы егете ни өсөн уйламағанда контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына китергә булған? Бер туған апаһы Альбина Ишембәтова әйтеүенсә, ул был уйын оҙаҡ ҡына күңелендә һаҡлап йөрөй, туғандарынан  йәшерә, бер кем менән дә кәңәшләшергә ашыҡмай. Юлға сығыр көн килеп еткәс, апаһына әйтергә мәжбүр була, тип яҙа район гәзите хәбәрсеһе Рәйлә Тайғунова. 

Ҡустыһының хәбәре аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итә. Фекер алышырға, ҡаршы төшөргә әмәл юҡ.  Ике сәғәт эсендә бөтә ғаилә Азаматты оҙатырға йыйыла. Әминә Нәбиулла ҡыҙы берҙән-бер улын хәрби әҙерлек урынына иң яҡшы теләктәр теләп оҙата. Апай кешенең йөрәге түҙәме ни, бер аҙҙан ире менән ҡустыһының хәрби әҙерлек урынына баралар. Хәҙер инде егет алғы һыҙыҡта, туғандарына борсолмаҫҡа ҡуша, барыһы ла яҡшы булыр, тип тынысландыра.

–Минең уға ихлас теләктәремде еткергем килә, һирәк кенә телефон аша һөйләшкәндә барыһын да әйтеп бөтөрөп булмай, – ти Альбина.– Беҙҙең йылы һүҙҙәребеҙ ауыр ваҡыттарҙа таяныс булһын, һин бер үҙең түгел, һине яратыусы туғандарың, ҡыйыулығың һәм Ватанға тоғролоғоң өсөн ғорурланған апайың бар, тип әйткем килә, – ти Альбина.

  Бер күк йөҙө аҫтында окоптарҙа һәм блиндаждарҙа Ватанды һаҡлап  һуғышҡан яҡташтарыбыҙға әсәләрҙең, ҡатындарҙың, апай-һеңлеләрҙең доғалары имен-аман еңеү менән әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен.

Фото:”Стәрлебаш шишмәләре”.

Хушлашыр  саҡта ғына серен аса...
Хушлашыр саҡта ғына серен аса...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас