Геройҙар дәүере
30 Октябрь 2023, 09:00

Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты

Был юлы фермерҙар ике "УАЗ"ик автомобиле менән квадроцикл да ебәрҙе

Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙаттыХәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты
Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты

Республиканың һәр ҡала һәм райондарынан махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙәргә даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла. Кисә Хәйбулла районынан да яҡташтарына сираттағы ярҙам ебәрелде. 

Был юлы район халҡы пилотһыҙ осоу аппараттары, буржуйка-мейестәр, канистрҙар, маскировкалау селтәре, йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, туғандары, яҡындарынан яугирҙәргә шәхси посылкалар оҙатты.
Был юлы яугирҙәргә тип әҙерләнгән ике "УАЗ"ик автомобиле лә бар. Автомобилдең береһен шәхси эшҡыуар Рәхмәтуллиндар ғаиләһе бирһә, икенсеһен ремонтлауға Юлбарыҫ ауылынан фермер Урал Таймасов күп көс һалған. Шулай уҡ Иҫәнгилденән фермер Илдар Иҫәнгилдин яҡташтарына квадроцикл хәстәрләгән.

Хәйбуллаларҙың изге ниәт менән тупланған ылауы яҡташтарына имен-һау барып етһен, еребеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан

Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты
Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты
Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты
Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты
Хәйбуллалар яҡташтарына ылау оҙатты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас