

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өлөшләтә мобилизация башланғас та Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егет алынғайны. Улар араһында "Сулпан" балалар театры артисы Илнур Сафаров та бар. Яугир күптән түгел ваҡытлыса ялға ҡайтты һәм Рәсәй Федерацияһының оборона министры приказы менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградланды.
Илнурҙың тағы ла ҡыуаныслы ваҡиғаһы бар: ул кәләш алды. Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры артистары Илнур Сафаров менән Йәнгүзәл Зөлҡәрнәеваны законлы никахтары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Йәш ғаиләгә һынауҙарға бирешмәй, тормош тулҡындарында гел парлы йөҙөргә насип итһен! Алдағы көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен! Ҡыйыу егетебеҙ Илнур махсус хәрби операциянан тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау әйләнеп ҡайтһын! Сафаровтар ғаиләһе ишле, түлле булһын, сәнғәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыһын!
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе сайтынан.