Геройҙар дәүере
31 Октябрь 2023, 05:00

Дүртенсе тапҡыр ғариза яҙған

"Яҡындарымдың барыһы ла минең ҡарарымды хупланы", - ти ул.

Дүртенсе тапҡыр ғариза яҙғанДүртенсе тапҡыр ғариза яҙған
Дүртенсе тапҡыр ғариза яҙған

Күмертау ҡала дауаханаһында эшләгән медицина хеҙмәткәре Светлана (исеме үҙгәртелде) махсус хәрби операция  зонаһына үҙе теләп китергә хыяллана, дүрт тапҡыр ғариза менән мөрәжәғәт итә, әммә ҡатын-ҡыҙҙы алмайҙар.

–Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина полкына хеҙмәткәрҙәр туплау тураһында иғлан итеү менән ғариза яҙҙым,– ти Светлана. – Өйҙә ике балам, ирем һәм ейәнем бар. Яҡындарымдың барыһы ла минең ҡарарымды хупланы.

Светлана Һамар өлкәһендә өс айлыҡ әҙерлек үткәс, махсус хәрби операция зонаһына китә. Уның кинйә улы ла фельдшерлыҡҡа уҡый, артабан медицина университетында уҡыуын дауам итергә теләй, тип яҙа “Кумертауское время”.

Билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет табиптары яралыларҙың 72,3 процентын һәм ауырыу яугирҙәрҙең 90,6 процентын сафҡа кире ҡайтара алған. Хәрби табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының батырлығын һәм Еңеүгә индергән өлөшөн баһалап бөтөүе ауыр. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә сабырлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: “Кумертауское время”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас