Геройҙар дәүере
1 Ноябрь 2023, 07:00

Фермер иген таратҡан

Ишбирҙеләр МХО-ла булған егеттәрҙең ғаиләһенә һәр саҡ ярҙам итә.

Фермер иген таратҡанФермер иген таратҡан
Фермер иген таратҡан

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауыл хакимиәтенән дә байтаҡ ир-егеттәр әле махсус хәрби операция биләмәһендә. Ауыл халҡы даими рәүештә яҡташтарына гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша, ғаиләләрен дә ситтә ҡалдырмай, бигерәк тә ауылдың шәхси эшҡыуарҙары ҙур ярҙам күрһәтә.

Ошо көндәрҙә Юнир Мөнир улы Халиҡов барыһына ла бушлай иген таратҡан, ауыл хакимиәте башлығы Д.Р. Иҙелбаев өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттең әсәһенә бесән килтерергә техника менән ярҙам иткән.

Афарин, ишбирҙеләр! Дөйөм көс һәм ярҙам менән генә бар ауырлыҡтарҙы еңергә мөмкин.

Фото: Ишбирҙе ауыл биләмәһе төркөмөнән.

Фермер иген таратҡан
Фермер иген таратҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас