

Көҙгө уңыштың мул сағында Баймаҡ районының Күсей мәктәбендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙәр өсөн борщ эшләп, банкаларға, йәшниктәргә тултырылды. Йәшелсәләрҙе мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар алып килгән. Ашнаҡсы Гүзәл Абдуллина етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәр өсөн тиҙ бешә торған борщ әҙерләгән.
Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов белдереүенсә, тиҙҙән коллектив ике һан бот ите һатып алып, яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләргә йыйына.
-Беҙҙең ауылдан, шул иҫәптән мәктәпте тамамлаусылар ҙа бөгөн хәрби махсус операцияла ҡатнаша. Уларға даими рәүештә ярҙам туплайбыҙ, ауыл халҡы ла бик ихлас ҡушыла. Беҙ әҙерләгән борщ, быҡтырылған ит яугирҙәребеҙгә тыуған йор сәләмдәре булып барып етһен, ризыҡтарына яҙһын, барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтһын, - ти Ҡунаҡбай Шәриф улы.
Күсейҙәрҙең изге эштәренә "афарин" тиергә генә ҡала.
Фото: Ҡунаҡбай Уйылданов.