

Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йөҙ банка консерва әҙерләгән. Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары көҙгө муллыҡты, уңышты файҙаланып, егеттәргә тәмле аш-һыу оҙатмаҡсы булған. Мәктәп ашханаһына бер көн йыйылып, үҙҙәренең баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсәләрҙән салат, борщ һәм башҡа тәмләткестәр консервалағандар.
–“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһына ҡушылып, беҙ ҙә яҡташтарыбыҙға йөҙ банка тәмле йәшелсә аҙыҡтары әҙерләнек, – ти Ыҫлаҡбаш ауылы Музей комплексының кесе ғилми хеҙмәткәре Ольга Андреева.
Ольга Андреева фотолары. https://vk.com/belizv