Геройҙар дәүере
4 Ноябрь 2023, 13:00

Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы

Күптән түгел Күсей мәктәбе коллективы яугирҙәргә борщ әҙерләне, әле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һалма ҡырҡты, быҡтырылған ит эшләне.

Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһыЯугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәр район һәм ҡала халҡы ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Кемдер йылы әйберҙәр тапшыра, икенселәре аҡсалата ярҙам күрһәтә. Күсей мәктәбе коллективы ошо көндәрҙә генә яугир яҡташтарына борщ әҙерләп, банкаларға тултырып ҡуйһа, кисә быҡтырылған ит эшләп, һалма йәйҙе. Ярҙамға ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡушылған. Тиҙ арала 100 банкаға яҡын быҡтырылған ит, бишбармаҡ әҙерләнгән. Ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн аҡса йыя, йыйылған аҡсаға ит һатып алған, яу биләмәһендәге ир-егеттәр өсөн кәрәкле әйберҙәр алыуға тотона.

Мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов белдереүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә даими рәүештә гуманитар ылау ебәрелә. Бөгөнгөһө иһә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө етеп килеү уңайынан ойошторолған. Берҙәмлектә - көс. Гуманитар ылау ебәреүҙә үҙ өлөшөн индергән Күсей, Иҫәнбәт, Басай, Төркмән ауылы халҡына һәм ошо ауылда тыуып үҫеп, әле ситтә йәшәгән яҡташтарына ҙур рәхмәтле улар.

Ауылдаштарыма артабан да берҙәм һәм татыу булыуҙарын, әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын һәм уларҙың ғаиләһенә, ата-әсәләренә сабырлыҡ теләйем. Афарин, күсейҙәр!

Фото: "Күсейҙәр" төркөмөнән.

Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит һәм өй һалмаһы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас