

Сибай концерт-театр берекмәһенең артист-вокалисы, әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Фларид Бирғәлиндең һәм уның кәләше, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Илсиә Илгиз ҡыҙының шалҡандай улдары тыуған!
-Аллаға шөкөр! Мин күп балалы атай булдым! Беҙҙең улыбыҙ тыуҙы! Рәхмәт, һөйөклөм, - тип яҙған йырсы үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Йәш ғаиләнең оло шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ! Сабый һау-сәләмәт, атай-әсәйле үҫһен!
Билдәле булыуынса, Фларид Бирғәлин өлөшләтә мобилизация башланғас та Сибай концерт-театр берекмәһенең бер төркөм артистары менән махсус хәрби операцияға юлланды. Бөгөн ул ваҡытлыса ялда.
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе төркөмөнән.