

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың данлы вариҫтары әле лә һынатмай. Илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та Күсей ауыл биләмәһенән ундан ашыу егет махсус хәрби операцияға юлланды.
Ауыл халҡы уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге уй-ниәттәр менән ҡорбан салды, аяттар бағышланы. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын улар яҡшы аңлай. Шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, ошо көндәрҙә мәктәп ашханаһында борщ, быҡтырылған ит эшләнеләр, ҡатын-ҡыҙҙар һалма йәйҙе. Шулай уҡ яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым тупланған гуманитар ярҙам тупланды.
Бөгөн Күсей ауылының дүрт ир-егете тәүәккәлләп махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына "Ларгус" автомобилендә юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып китеп бара.
Рөстәм Б. үҙенең автомобилендә Илназ К., Рифат Б. һәм Рушан И. менән меңәр саҡрымдар юл үтеп, тиҙҙән алғы һыҙыҡтағы ауылдаштары менән осрашасаҡ. Бөгөн Күсей ауылынан бер нисә ир-егет Башҡортостандың ирекле батальондарында, улар менән дә күрешәсәктәр.
Әйткәндәй, ауылымдың был тәүәккәл егеттәре яу яланына тәүге тапҡыр ҡына бармай. Барыһы ла махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәрҙең замполиттары аша һөйләшеүҙәр менән атҡарыла, хәрби талаптар мотлаҡ үтәлә.
Шулай уҡ Күсей егеттәре күрше Иҫәнбәт, Төркмән, Әхмәр, Моҡас ауылдары һәм Баймаҡ ҡалаһынан да бергә булған яугирҙәрҙең туғандарынан посылкалар тейәгән.
Афарин, ауылдаштарым! Ауыр ваҡытта ла үҙегеҙҙекеләрҙе ташламай, меңәр саҡрым юл үтеп, ике-өс сәғәтлек осрашыу өсөн ашҡынып барыуығыҙ үҙе үк оло батырлыҡҡа тиң! Артабан да берҙәм булығыҙ, төрлө һынауҙарҙы бергә еңеп сығығыҙ! Ә инде махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙең дә тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын, ата-әсәләре, һөйгән йәрҙәре һәм балалары менән осрашыуҙарын теләйбеҙ.
Фото: Рифат Б.