Геройҙар дәүере
6 Ноябрь 2023, 14:00

Тыныс йоҡла, Динис...

Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған батыр улын һуңғы юлға оҙатты.

Тыныс йоҡла, Динис...Тыныс йоҡла, Динис...
Тыныс йоҡла, Динис...

Хәйбулла районының Ивановка ауылынан Динис Бикбов 21 октябрҙә  махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған. Кисә ил һаҡсыһын хәйбуллалар оло хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты.

Динис Хаммат улы 1993 йылдың 30 апрелендә Ивановка ауылында донъяға килгән. Ивановка  мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң,  хәрби хеҙмәткә алына һәм уҡсы булып хеҙмәт итә. 2023 йылдың 12 июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм, Тыуған илде һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Динис Бикбов күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн, үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены менән наградланған.

Геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ауылдаштары, район халҡы йыйылды. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, ваҡытлыса район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илмир Ҡотоев туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Хәйбулла батыры Динис Хаммат улы Бикбовтың әсәһенең, апаларының, туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, һалдат!

Фото һәм текст сығанағы: Раян Атанбаев

Тыныс йоҡла, Динис...
Тыныс йоҡла, Динис...
Тыныс йоҡла, Динис...
Тыныс йоҡла, Динис...
Тыныс йоҡла, Динис...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас