

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йырсы-яугир Фларид Бирғәлиндең улы тыуҙы. Ул әле ваҡытлыса ялда. Бөгөн яугир үҙенең улын ҡаршы алды: Сибай бала тыуыу йортонон буласаҡ баһадирҙы тотош Сибай концерт-театр берекмәһе бейеүселәр бейеп ҡаршыланы. Кем белә, бәлки, ул да әсәһе кеүек бейеүсе йәиһә атаһы кеүек йырсы булыр...
Ата-әсә улдарына бик матур Ирхан тип исем ҡушҡан.
Йәш ғаиләне улдары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ һәм бәләкәстең иҫән-һау, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ! Атайың кеүек баһадир булып үҫ, Ирхан!
Фото: Ғиндулла улы