

Көйөргәҙе районында йәшәгән күп балалы әсә еңел булмаған ҡарар ҡабул иткән – ул контрактҡа ҡул ҡуйған һәм махсус хәрби операция биләмәһенә ашнаҡсы булып китә. Был турала райондың хакимиәт башлығы Юлай Ильясов хәбәр итте. Ҡатын – профессиональ ашнаҡсы, шуға күрә ул яугирҙәрҙе тәмле итеп һыйлағыһы һәм шуның менән уларҙың хәрби рухын күтәргеһе килә. Балалары әлегә өләсәһе ҡарамағында ҡалып торасаҡ.
“Доброволец булып киткән яҡташыбыҙ әйтеүенсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыт тыйнаҡ, әммә ҡыйыу булған. Ул беҙҙең егеттәргә Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ярҙам итә аласаҡмын тип ышана. Уның әсәһе, әлбиттә, ҡыҙы өсөн борсола, тик ҡарарын хуплай. Балаларын алып ҡалырға һәм тәрбиәләргә ярҙам итергә риза. Ҡыйыу ҡатынға уңыштар һәм көс теләйем. Хоҙай уны тиҙерәк балалары менән осрашыу өсөн һаҡлаһын!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Юлай Ильясов.
Фото: социаль селтәрҙәр.