Геройҙар дәүере
8 Ноябрь 2023, 16:00

Йырсы Радик Динәхмәтов ялға ҡайтты

"Һаумы, гүзәл тыуған яҡтарым, һаумы, ғәзиз яҡын дуҫтарым, - тип руль артында йырлап ҡайтып килә йырсы- яугир".

Йырсы Радик Динәхмәтов ялға ҡайттыЙырсы Радик Динәхмәтов ялға ҡайтты
Йырсы Радик Динәхмәтов ялға ҡайтты

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияға юлланған ине. Ул ярты йыл самаһы элек «Башҡортостан» полкының медицина взводы составында медицина взводы санитары. Әле ул ваҡытлыса ялға ҡайтып килә һәм рәхәтләнеп тыуған еренә, Башҡортостанға, туғандарына, дуҫтарына сәләм ебәрә.

Яратҡан йырсыбыҙға рәхәтләнеп ял итеүен, яңы көс туплауын теләйбеҙ! 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас