Геройҙар дәүере
10 Ноябрь 2023, 12:15

Ике дуҫ - 20 йәшлек геройҙар

"Машинабыҙҙы яугирҙәргә ҡалдырып, тыуған яҡҡа поезд менән ҡайттыҡ..."

Ике дуҫ - 20 йәшлек геройҙарИке дуҫ - 20 йәшлек геройҙар
Ике дуҫ - 20 йәшлек геройҙар

Был егеттәргә егерме тирәһе генә йәш, әммә улар махсус хәрби операциялағы ҡыҙыу артиллерия алыштарында үҙҙәрен ысын виртуоз итеп күрһәткән, тип яҙа “Кумертауское время”.

Кирилл менән Тамерлан икеһе лә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.

Кирилдың әсәһе әйтеүенсә, егеттәр колледжда уҡығанда дуҫлаша. “Улым үҙаллы булып үҫте, спорт менән шөғөлләнде. 15 йәштән эшләй башланы. Бер аҙ уҡығас, дуҫы менән ситтән тороп уҡыу бүлексәһенә күсте. Аҙаҡ икеһен дә армия хеҙмәтенә алдылар. Улым – Һарытауҙа, Тамерлан Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте. Былтыр көҙ улар һөйләшеп, икеһе лә махсус хәрби операция зонаһына китергә ҡарар итте”,– ти әсә.

Йәш артиллеристарҙы төрлө подразделениеларға ебәрәләр. Икеһе лә уңышлы хеҙмәт итә.

Кирилдың подразделениеһында  егеттәр төрлө төбәктән йыйылған булған. Барыһы ла гуманитар посылка алмай. Ул әсәһенә ошо яугирҙәр өсөн кейем, медикаменттар , маскировкалау селтәрҙәре, генератор ебәреүҙе һорай.

Лилия Викторовнаның үтенесенә 2-се коррекцион мәктәп, “Маскита”, 4-се урта мәктәп, “Свежесть” бөҙрәханаһы, Ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты коллективтары ҡолаҡ һалып, ҙур ярҙам күрһәтә. Яугир уларға тағы ла ҡалаға йөрөү өсөн автомобиль кәрәклеген белдерә.

“Һөҙөмтәлә ирем һәм дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ менән үҙебеҙҙең автомобилдә Донецк Халыҡ Республикаһына йүнәлдек, үҙебеҙ менән гуманитар йөк алдыҡ. Сәфәр оҙайлы булды, беҙҙең яугирҙәр өсөн машина илтеүебеҙҙе белеп, ҡунаҡхана хужалары беҙҙән бер тин аҡса алманы. Барып еткәс, улыбыҙға бер аҙналыҡ ял бирҙеләр. Машинаны яугирҙәргә ҡалдырып, поезд менән ҡайттыҡ. Сәфәрҙән һуң күңелем бер аҙ тынысланды,” – ти әсә.

Фото: ғаилә архивынан.

https://kumertime.info/articles/obshchestvo/2023-11-09/mat-voennosluzhaschego-iz-bashkirii-otvezla-synu-v-zonu-svo-avtomobil-3513677

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас