Геройҙар дәүере
10 Ноябрь 2023, 06:00

Туйҙа тотош ауыл ҡатнашҡан

Яугир ялында һөйгән йәре менән никах уҡытҡан. Йәш ғаиләнең ҡыуанысын ауыл халҡы ла уртаҡлашҡан.

Туйҙа тотош ауыл ҡатнашҡанТуйҙа тотош ауыл ҡатнашҡан
Туйҙа тотош ауыл ҡатнашҡан

Был хаҡта Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов йштәрҙе ғаилә ҡороуы менән ҡотлап, бергәләп шатлыҡ-ҡыуаныста йәшәргә һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, һәр ваҡыт бер-береһенә таяныс булырға һәм ярҙам итергә, яугиргә тиҙерәк иҫән-һау уртаҡ еңеүебеҙ менән өйөнә ҡайтырға яҙһын тип теләгән.

Йәштәрҙе бөтә Борғонбаш ауылы ҡотлаған, бүләктәр биреп, матур тормош теләгән.

"Мөхәббәт, бәхет һәм яңы ғаилә барлыҡҡа килеү өсөн урын һәм ваҡыт булғанда, киләсәктең дауамы яҡты. Йәштәргә сикһеҙ бәхет һәм мөхәбәбт теләйем, бәхетле булығыҙ", - тип яҙған Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрендә.

Йәштәр бәхетле булһын!

Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың социаль селтәренән.

Туйҙа тотош ауыл ҡатнашҡан
Туйҙа тотош ауыл ҡатнашҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас