Геройҙар дәүере
12 Ноябрь 2023, 05:00

Ылау барып еткән!

Был юлы яугирҙәргә блиндаждарҙы нығытыу өсөн ағас, таҡта, шулай уҡ маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ебәрелгән.

Ылау барып еткән!Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!

Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.

«Блиндаждарҙы нығытыу өсөн дүрт кубометр ағас, 24 кубометр таҡта, рабица һәм маскировкалау селтәрҙәре тейәлде. Бынан тыш яугир яҡташтарыбыҙға күстәнәстәр ҙә юллана. Борщ, шифалы үләндәр йыйылмаһы әҙерләнгән.

Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Таштимер Фәхрисламовҡа, Булат Рәжәповҡа, Мөхтәр Бирғәлингә, “Е.П.Г.” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Рәис Сыңғыҙов етәкселегендәге коллективына, Баймаҡ урмансылығына рәхмәт белдерәбеҙ.

Тыуған яҡтарының гуманитар ярҙамы яугирҙәребеҙгә терәк булыр, алдарына ҡуйылған бурысты үтәргә этәргес көс бирер, тип ышанабыҙ. Ылау урын еренә барып етте. Яҡташтар алғы һыҙыҡтан сәләм ебәрә һәм рәхмәт белдерә.

Еңеү еңел бирелмәй. Беҙ уларға ышанабыҙ, көтәбеҙ!» - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас