Геройҙар дәүере
13 Ноябрь 2023, 11:30

"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"

Радий Хәбиров яугирҙәрҙе бүләкләне. 

"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ""Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"
"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен күңелле ваҡиға менән башланды. Етәксе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Яугирҙәр был наградаға хәрби бурыстарын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн лайыҡ булған.

– Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Өйөгөҙгә тере һәм иҫән-һау ҡайтығыҙ. Беҙ мотлаҡ һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.

"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"
"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"
"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"
"Өйҙәрегеҙгә тере һәм иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ"
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас