Геройҙар дәүере
13 Ноябрь 2023, 04:00

Яугирҙәр мәктәпкә килде

"Егеттәребеҙ, һис һүҙһеҙ, ярҙамығыҙҙы баһалаясаҡ, хатта күңелдәре тулышып, йәш сығарып алыуҙары ла ихтимал..."

Яугирҙәр мәктәпкә килдеЯугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде

Салауат ҡалаһының 1-се гимназия уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн дарыуҙар һәм медицина кәрәк-ярағы йыйҙы.VIII класс уҡыусылары препараттар һалынған 18 ҡапты хәрбиҙәргә тапшырҙы, тип хәбәр итә “Выбор” гәзите.

–Хәрби зонала бик күп салауаттар хеҙмәт итә. Ниндәй ҡатмарлы, ауыр шарттарҙа булыуҙарын яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтергә теләйбеҙ. Быға тиклем шәхси гигиена сараларын туплап  оҙаттыҡ. Изгелек акцияһында 31 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты, – тине 1-се гимназия директоры Лариса Давыдова.

Гимназияға уҡыусылар менән осрашыуға килгән хәрбиҙәр балаларға һәм мәктәп коллективына ҙур ярҙамдары өсөн рәхмәт белдереп, теләктәрен еткерҙе.

–Һәр саҡ коллективығыҙҙа татыу йәшәгеҙ һәм  үҙегеҙгә ышаныслы тоғро дуҫтар табығыҙ. Беҙ яуға ингәндә иптәштәребеҙҙең бер ҡасан да ташламаясағын белә инек, – тине ҡунаҡтарҙың береһе.

–Беҙ һеҙ тыныс шарттарҙа уҡыһын, эшләһен һәм йәшәһен өсөн яу яланында көрәшәбеҙ. Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, алғы һыҙыҡта ул бик ныҡ кәрәк буласаҡ, – тине “Ангел” позывнойлы егет.

–Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күреүегеҙгә рәхмәт. Алғы һыҙыҡтағылар, һис һүҙһеҙ,  ярҙамығыҙҙы баһалаясаҡ, күңелдәре тулышып, йәш сығарып алыуҙары ла ихтимал. Көслө, татыу булығыҙ, һәр нәмәгә етди ҡарағыҙ!Телефондарға ғына текәлеп ултырмағыҙ, аралашығыҙ!– тип өҫтәне “Вудварт”.

 Алена Бизикина фотолары.

Сығанаҡ: https://vk.com/sgvibor

Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Яугирҙәр мәктәпкә килде
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас