

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында Урал ауылынан “Татарин” позывнойлы егет тә бар. 22 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, уны бик етди егет тип беләләр.
“Татарин”– ғаиләлә иң өлкән бала. Мәктәпте тамамлағас, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инә. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, тип яҙа “Кармаскалинская новь” гәзите.
–Бала саҡта мин хәрби булырға хыялланманым. Әммә армияла хеҙмәт иткәндә был профессияға ҡарата ҙур хөрмәт уянды. Шуға күрә Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Атай-әсәйем ҡаршы килеп ҡараны, әммә минең ҡарарым менән килештеләр, күнделәр, –ти яугир.
Егет махсус хәрби операция иғлан ителгән көндән алып алғы һыҙыҡта. Антҡа тоғролоғо һәм батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе һәм “Хәрби фиҙакәрлеге өсөн” миҙалы менән наградланған.
–Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ гуманитар ярҙам ебәргән һәр кемгә рәхмәтле. Миңә Урал һәм Олокүл ауылдары кешеләренән посылка һәм хаттар килде. Бөтәгеҙгә лә ихлас ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!– ти яугир.
Ул ҡыҫҡа ғына ялда булды ла йәнә алғы һыҙыҡҡа йүнәлде. Барлыҡ егеттәребеҙгә иҫәнлек, именлек теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon