

Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында окоп йәки блиндаж шәмдәрен яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Унда ошо ауыл һәм Ярлыҡап ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары, шулай уҡ башланғыс кластар уҡыусылары ҡатнашты.
Кемдер шәмдәр эшләр өсөн материалдар алып килде, кемдер окоп шәмдәре яһарға өйрәтте, эшләне.
Ә Салауат районының Лағыр ауылынан Рәүиә Хәйбуллина ире менән 112 шундай шәм яһаған. "Тәүҙә ҡалай консерва һауыттарын бысраҡтан, ҡағыҙҙан таҙартырға кәрәк, эсенә тултырған ҡатырғаны ныҡ тығыҙ итмәгеҙ, юҡһа шәм янмаясаҡ", - ти ул.
Афарин! Рәхмәт, әбйәлилдәр, рәхмәт, салауаттар!
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-104104286_116750