+21 °С
Болотло


Физалия Дәүләтгәрәева шиғыры
БАЛАМА ЮЛ ДОҒАҺЫ
Юлға сыға балам. Алдарынан
Ебәр, Хоҙай, Хызыр Ильясты.
Һинән генә һорайым именлеген,
Һорайым уға изге юлдашты.
Иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын
Ялбарам мин Һинән, Хоҙайым.
Кисерә күр ҡылған гонаһтарҙы,
Ҡабул булһын ҡылған был доғам.
Һаҡла, зинһар, бәлә-ҡазаларҙан
Йыраҡ сәфәр ҡылған улымды.
Фәрештәләр ҡанаты ҡаплаһын
Доғаларым аша баламды.
Ҡайтып керһен өйгә шатлыҡ менән,
Әсе ҡайғыларҙа яндырма.
Һәр нимәгә етә көс-ҡөҙрәтең,
Ярҙамыңдан, зинһар, ҡалдырма.
Фото: видеонан скриншот.