Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Ноябрь , 07:00

Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана

Барлығы 12  тимер мейес махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ

Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана
Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана

Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбенең атайҙар ҡоро йыйылышында махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ярҙам итергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Утарбаев белдереүенсә, улар кәңәшләшкәндән һуң егеттәргә тимер мейестәр "буржуйка"лар эшләп ебәрергә була. Сөнки әле Украинала дымлы һауа торошо, яугирҙәрҙең үҙҙәре хәбәр итеүҙәренсә аяҡ-кейемдәрен киптереп өлгөрә алмайҙар. Шуға күрә тимер мейестәрҙең һәр береһенә  аяҡ кейемдәрен киптереү өсөн тимерҙән махсус ҡоролма эшләнелгән. Атайҙарҙың был ярҙамын ауыл халҡы ла дәрррәү күтәреп ала, аҡсалата ярҙам та күрһәтелә. Был аҡсаға тимер, торба, буяуҙар һатып алына һәм иретеп йәбештереүсе атайҙар бер аҙна эсендә 12 "буржуйка"ларҙы эшләп тә ултырта.

Иҫке Сибай урта мәктәбе директоры Сәлих Рафиҡов та атайҙарҙың эшенә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, әҙер мейестәргә уҡыусылар яҙыуҙарҙы буяп сыға. Ярҙам итергә килгән 10-сы класс уҡыусылары араһында  илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Камила Иҙрисова ла бар ине. Камила был мейестәрҙең береһе тап атаһы булған биләмәгә барып етәсәк, һәм ауылдаштары эшләгән "буржуйка"лар ҡәҙерле кешеһен йылытыуына ышана һәм ҙур теләк менән был эштә ҡатнаша.

-Атайым алғы һыҙыҡта, бик һирәк бәйләнешкә сыға. Мин уны һағындым һәм тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуын теләйем. Бөгөн мин буяған мейестәрҙең береһе тап атайымдарға барып етер һәм уны йылытыр, тигән ышаныстамын - ти Камила.

Үҙ ваҡыттары иҫәбенә, ҡыҫҡа ғына ял көндәрендә Руслан Рахманғолов, Айҙар Көмөшҡолов, Раян Мәхмүтов, Рәфил Маннапов, Рим Мостафин, Вәкил Янбаев, Кәбир Мәхийәновтар "буржуйка"ларҙы эшләп тә ултырта. Бөгөн улар махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылырға әҙер. Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай ауылы атайҙар ҡоро әҙерләгән тимер мейестәр райондан оҙатыласаҡ гуманитар ярҙам менән яҡташтарына ебәреләсәк.

Автор фотолары

Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана
Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана
Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана
Камила "буржуйка"ларҙың атаһына барып етәсәгенә ышана
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в