Геройҙар дәүере
21 Ноябрь 2023, 12:00

Офицер менән осраштылар

Өфө ҡалаһының "Таланттар ҡалаһы" тип аталған үҫеш һәм ижад үҙәгендә "Класс осрашыуы" үтте. Унда баш ҡаланың Калинин районы мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. 

Офицер менән осраштыларОфицер менән осраштылар
Офицер менән осраштылар

Өфө ҡалаһының "Таланттар ҡалаһы" тип аталған үҫеш һәм ижад үҙәгендә "Класс осрашыуы" үтте. Унда баш ҡаланың Калинин районы мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

С.Х. Суфиянов исемендәге 157-се мәктәптең кадеттары һәм йәш армеецтары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы запастағы өлкән лейтенант Азат Наил улы Әхмәтов менән осрашты. Азат Наил улы Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Һөйләшеүҙә шулай уҡ ябай халыҡтың хәрбиҙәргә күрһәткән гуманитар ярҙамы хаҡында ла бәйән ителде. Тыуған яҡтан килгән һәр нәмә ҡәҙерле, айырыуса балаларҙың хаттары күңелде йыуата, күңелде күтәрә, киләсәккә өмөт ута, тине Азат Наил улы.

Уҡыусылар ҡунаҡтың сығышын бик ихлас тыңланы. Сарала ҡатнашыусылар ысын батырҙарҙың беҙҙең яныбыҙҙа йәшәүенә тағы бер тапҡыр инанды. Улар шулай уҡ тыуған илде һөйөү, уның именлеге хаҡына ҡыйыу аҙым яһау ысын кеше һәм илеңдең гражданы булыуҙың төп сифаттары икәнлеген төшөндө.

Фотолар: С.Х. Суфиянов исемендәге 157-се мәктәптән.

Офицер менән осраштылар
Офицер менән осраштылар
Офицер менән осраштылар
Офицер менән осраштылар
Офицер менән осраштылар
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас