Геройҙар дәүере
21 Ноябрь 2023, 10:00

“Улым тәүгеләрҙән булып контракт төҙөнө”

 Быйыл ул сержант званиеһында, взвод командиры урынбаҫары, ике “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән наградланған...

“Улым тәүгеләрҙән булып контракт төҙөнө”“Улым тәүгеләрҙән булып контракт төҙөнө”
“Улым тәүгеләрҙән булып контракт төҙөнө”

 Бөгөн алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлаған улдары менән әсәләр хаҡлы ғорурлана. Шуларҙың береһе, “Буран” позывнойлы егеттең әсәһе “Светлый путь” гәзите хәбәрсеһенә  улы хаҡында бына нимәләр һөйләне:

–Ул – ғаиләбеҙҙәге балаларҙың иң өлкәне. Бала саҡтан яуаплы, ҡыйыу булды. Махсус хәрби операция башланыуы тураһында иғлан ителеү менән, беренселәрҙән булып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө һәм хеҙмәт итергә китте. Яраланғас, өйгә ҡайтарҙылар. Әле ул Салауат Юлаев исемендәге батальонда. Сержант званиеһында, взвод командиры урынбаҫары, ике “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән наградланды.

 Быйыл август айында “Буран” позывнойлы егет ялға ҡайтып киткән. Яйы сыҡҡанда, ул ата-әсәһенә шылтыратып, хәл-әхүәлен белдерергә, хәлдәрен һорашырға  тырыша.  Әсәнең әйтеүенсә, гуманитар ярҙам, адреслы посылкалар һалдаттарға барып етә. Яугирҙәр бындай ҙур ярҙам, иғтибар өсөн рәхмәтле. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, башҡа төбәк хәрбиҙәре  бер аҙ көнләшеп тә ҡуя, “беҙ барыһы менән дә уртаҡлашып йәшәйбеҙ”, ти ул.

Фото:https://svetput.ru/articles/common_material/2023-11-20/odnim-iz-pervyh-podpisal-kontrakt-3528138

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас