

Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән ‘’Батырлыҡ йөҙҙәре‘’ проекты сәнғәт һәм ижади хеҙмәттәр өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға тәғәйенләнгән Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты буйынса дүртенсе махсус конкурста еңеүсе булды. Проект ‘’Рәсәй геройҙары – Донбасс геройҙары‘’ темаһына арналды. Мәҙәниәт инциативалары Президенты фонды проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан музейға тейешле кимәлдә аҡса бүленде.
Бөгөн беҙҙең илгә ҡағылышлы мөһим мәсьәләне – Украинала барған махсус хәрби операцияны иҫәпкә алып, музей етәкселеге был аҡсаны махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташ-яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтте. Тиҙ арала ике экспозиция төҙөлдө: күсермә мемориаль комплекс һәм күргәҙмә комплекс. Музей хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән ҙур эҙләнеү эштәре алып барҙы. Күргәҙмә комплекстың макетын төҙөү, мәғлүмәт терминалын тейешле материалдар менән тулыландырыу, һәләк булғандарҙың исемлектәрен, фотоһүрәттәрен, ғаилә ағзалары, атай-әсәйҙәре, туғандары менән бәйләнешкә сығып, һәр яугирҙең автобиографияһын асыҡлау ҙур көс талап итте.
Музейҙың бер залына ҡуйылған стационар комплексты һәм күсермә күргәҙмәне асыу тантанаһына һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары саҡырылды. Был комплекс мәктәп уҡыусыларына, урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарына патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Күсермә күргәҙмәне ҡала һәм райондың хәрби-патриотик клубтары үҙҙәре ойошторған сарала файҙалана, шулай уҡ ҡала һәм районда үткәрелгән ҙур байрамдарға, һабантуйға ла алып сыҡтыҡ.
Әйткәндәй, был проекттың арҡа һөйәге булып торған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ’’ исемле документаль фильмды Белорет ҡалаһының музыка мәктәбендә урынлашҡан кинорежиссура класы уҡыусылары һәм уның етәксеһе Евгений Калугин менән берлектә әҙерләнек. Фильмда махсус операцияла һәләк булған биш яҡташыбыҙҙың бала саҡтары, үҫмерлек йылдары, мәктәптә үҙҙәрен ҡайһы яҡтан күрһәтеүҙәре, армия сафында хеҙмәт итеүҙәре, һәләк булыр алдынан һуңғы шылтыратыуҙары тураһында атай-әсәйҙәре, яҡындары, өләсәйҙәре, уҡытыусылары, класташтары һөйләй.
Ер шарының ҡайһы ғына нөктәһендә барһа ла, һуғыштарҙың йөҙө - ҡан-йәш, ҡара ҡайғы. Быны һәр кем яҡшы белгән кеүек... Тик тотош илде ялмап алмаһа, күпселек тыныс тормошта нисек йәшәһә, шулай йәшәй. Шул уҡ ваҡытта һуғыш яланында, махсус операцияла шартлаған снаряд ярсыҡтары кемдеңдер ғаиләһенә, яҡындарына килеп етә һәм һәләк булған яҡын кешеһе менән бергә уларҙы ла рухи яҡтан ҡаҡшата, үлтерә, йәндәрен телгеләй. Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға барғанда алып ҡайтҡан снаряд ярсыҡтарын да күрһәтеп һөйләйбеҙ балаларға.
Был ике документаль фильм, уның геройҙары тотош кешелекте айнытып, һиҫкәндереп ебәрерлек һәм һуғышҡа ҡаршы тороу, тарихтың ҡанҡойошло биттәрен иҫкәртеүгә, булдырмауға саҡырыу кеүек. Был фильм Евгений Калугиндың талантлы уҡыусыларының береһе Эльвира Яубаҫарованың диплом эше.
Икенсе фильм “Минең геройым” тип атала. Был фильмда шулай уҡ махсус хәрби операцияла булып, оҙаҡ ваҡыттан ғаиләһе янына ялға ҡайтҡан хәрби кеше, уның ғаилә ағзаларының кисерештәре, ҡаршы алыуҙары, яҡындарының күмәкләшеп йыйылыуҙары, хәрби ҡаласыҡта шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡатынының ауыр хәлдә лә кешеләргә ярҙам итеүе тураһында. Был ике фильмды бер кем дә тыныс ҡарай алмай. Башланғыс класс уҡыусылары ла, өлкән синыфтар ҙа, студенттар ҙа, оло кешеләр ҙә берҙәй хистәр кисереп, фильм геройҙары менән бергә күҙ йәштәре аша ҡарай.
Фильмды киңерәк аудиторияға сығарыу маҡсатынан, музей етәкселеге “Металлург” кинотеатры директоры Данис Сәйетмырҙа улы Йыһаншин менән килешеп, 18 октябрҙән башлап ҡаланың бөтә мәктәптәре уҡыусыларына, урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарына көн һайын күрһәтә башланы. Музей хеҙмәткәре А. Юрьевич һәм кинорежиссура класы етәксеһе Е. Калугин фильм башланырҙан алда тамашасыларға махсус хәрби операцияның ниндәй сәбәптәр арҡаһында башланып китеүе, Башҡортостандан ниндәй полктар ойошторолоуы, исемле полктар геройҙарының тарихы, шулай уҡ фильм төшөрөүҙә ҡатнашыусылар тураһында һөйләйҙәр. Кинотеатр залында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир-яҡташтарыбыҙҙың ҙурайтылған фотолары аҫтына автобиографиялары яҙылған экспозиция эшләй. Тамашасылар фильм ҡарағандан һуң күсмә экспозиция менән таныша, ҡайһы берҙәре яҡындарын табып, яндарында фотоға төшә. Музей алған грант проектында әлеге көнгә ике меңдән ашыу уҡыусы һәм студенттар ҡатнашты. Был тиклем ҙур акция районда ғына түгел, республика буйынса ла беренсе тапҡыр үткәрелә.
Ә музей майҙансығында грант проектын бойомға ашырыу буйынса “Батырлыҡ йөҙҙәре” хәрби-патриотик дәрес даими рәүештә ойошторола. Бында шулай уҡ балалар, өлкәндәр махсус хәрби операцияның башланыу сәбәптәре тураһында тулы мәғлүмәт ала, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре менән таныша, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәрҙе йыйнау, хәрби званиеларҙы билдәләү уйынында һәм маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.
“Батырлыҡ йөҙҙәре” экспозицияһына беркетелгән экран аша йәп-йәш һалдаттың махсус хәрби операцияла һәләк булған үгәй атаһы, Тирлән ауылы ир-уҙаманы, подполковник Альберт Кәримов тураһында, башҡа әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың, өләсәйҙәренең алҡымдарына тығылған күҙ йәштәрен, һыҡтауҙарын тыйып, ҡәҙерле балалары тураһында һөйләүҙәрен тыңлағандан һуң, балаларҙың, өлкәндәрҙең йөҙҙәре генә үҙгәреп ҡалмауын, ә уйҙарына, күңелдәренә лә етдилек үтеп инеүен күрәбеҙ. Дөрөҫ, был ысын фәжиғәне, яныбыҙҙа ғына һыҡранған кешеләрҙең йөҙҙәрен, күҙ йәштәрен күреү бик ауыр. Бөгөн йәш быуынға тыуған илде, туған телде, йортоңдо, ғаиләңде яҡлау, Рәсәй халҡының мәҙәни, тарихи берҙәмлеген һаҡлау кеүек илһөйәрлек тәрбиә биреүҙә батырҙарҙың йөҙҙәре, яҙмыштары үрнәгендә төҙөлгән беҙҙең проект бик кәрәк һәм ҙур әһәмиәткә эйә.
Автор: Елена МИРОНОВА, Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.
Фото: Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан.