

Илгә ауыр саҡта, ил терәге булырҙай, көслө рухлы улдар үҫтергәндәре өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙың әсәйҙәре алдында баш эйерлек.
Бөрйән районының Байназар ауылында Әсәйҙәр көнө алдынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәйҙәрен саҡырып бик йәмле осрашыу үтте. Һәр бер әсәйгә ҡарап тәрән уйға ҡалырлыҡ: сабырлыҡ, моңһоу ҡараш сағыла уларҙа. Йөрәктәренең ниҙәр кисереүен бары тик әсәйҙәр генә аңлайҙыр.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева ҡыйыу уландар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә рәхмәтен белдерҙе. Һәр кемгә лә балаларының “Мин иҫән” тигән хәбәрен генә ишетеп йәшәргә яҙһын тигән теләктәрен әйтте. Әсәйҙәрҙе тәбрикләп, уларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Өмөт” мәсетенең имам-хатибы Данияр Буранбаевтың һөйләгәндәрен дә йыйылған халыҡ яратып тыңланы.
-Балаларығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн уларҙы доғаларығыҙҙан өҙмәгеҙ, - тигән һүҙҙәргә лә тәрән мәғәнә һалынды.
Йөрәктәрен һыҡратып ғәзиз балаларын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәйҙәр менән әңгәмәлешеү форсаты ла тейҙе. Уларҙы гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.