Геройҙар дәүере
24 Ноябрь 2023, 09:00

Аттар китте һуғышҡа...

Черныш менән Малыш алғы һыҙыҡта буласаҡ.

Аттар китте һуғышҡа...Аттар китте һуғышҡа...
Аттар китте һуғышҡа...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, махсус хәрби операцияға Урал аръяғынан ике башҡорт тоҡомло ат оҙатылған ине. Ошо көндәрҙә йәнә ике башҡорт аты - Черныш менән Малыш алғы һыҙыҡҡа барып етте. Уларҙы ат йәнле яугирҙәр тәрбиәләйәсәк.

Аттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкына ебәрелгән. Уларға ҡышҡы кәрәк-яраҡтар, сенаж-бесән килтерелгән.

Башҡорт тоҡомло аттары һуғыш яланына инмәйәсәк, ә ауыр урындарға, атап әйткәндә, машина үтә алмаҫлыҡ ерҙәргә аҙыҡ-түлек ташыуҙа ярҙам итәсәк.

Әйткәндәй, МХО-ға тағы ла дүрт ат ебәреләсәк.

Фото: Ильяс Батыргәрәевтең телеграм-каналынан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас