

Кисә етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өсөнсө ултырышында Башҡортостанда йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашып, наградланған кешеләргә ер участкаларын бушлай биреүҙе күҙ уңында тотҡан Башҡортостан Республикаһы законы өс уҡыуҙа ла ҡабул ителде. Закон проектын Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская тәҡдим итте.
Ер участкалары Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй Федерацияһы ордендары менән бүләкләнгән махсус хәрби операция ветерандарына биреләсәк. Улар хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә йәки алған йәрәхәттәренән һәләк булған осраҡта ер участкаларын уның ҡатыны йәки иренә, һәм бәлиғ булмаған балаларына, улар булмаған осраҡта ата-әсәһенә биреләсәк.
– Ер участкаһы алыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тамамланған көнгә үҙе йәшәгән йәки Башҡортостан Республикаһы территорияһында булған урындағы үҙидара органына мөрәжәғәт итә ала. Һәләк булған ҡатнашыусының ғаилә ағзалары йәшәгән йәки булған урыны буйынса мөрәжәғәт итә ала, – тине Наталья Полянская.
Махсус хәрби операция геройҙарына һәм орден йөрөтөүселәренә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар булараҡ иҫәпкә тороу талап ителмәй. Уларға шулай уҡ тейешле муниципаль районда, ҡала округында кәмендә өс йыл мотлаҡ даими йәшәү тураһында ҡағиҙә ҡағылмай. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң үҙ көсөнә инә.