Геройҙар дәүере
24 Ноябрь 2023, 05:00

Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте

Рәсәй гвардияһында тәүге тапҡыр полиция спецназының отличие билдәһен йөрөтөү хоҡуғына һынауҙар үткәрелә.

Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үттеЯугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте

Хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре тарихында тәүге тапҡыр Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге полиция подразделениеларының отличие билдәһен йөрөтөү хоҡуғына һынауҙар Смоленск өлкәһендәге “Жорновка” уҡыу үҙәге базаһында үтте. Төп имтиханда бөтә илдән Милли гвардия ғәскәрҙәренең Тиҙ арала эш итеүсе һәм Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядтарының иң яҡшы 30 яугире ҡатнашты. Һынауҙар барышын Рәсәй гвардияһы директоры урынбаҫары генерал-полковник Владислав Ершов күҙәтте.

Һәр Тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд һәм Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд хеҙмәткәрҙәре һынауҙарҙы өс этапта шәхсән үтә. Беренсеһендә кандидаттарҙың һаулығы тикшерелә, шунан һуң дәғүәселәр тактик-махсус, хоҡуҡи, сәйәси, ут, топографик һәм физик әҙерлек буйынса тест тапшыра. Һынауҙарҙың һуңғы көнө кульминацияһы була - спецназсылар көс һәм сыҙамлыҡ күнекмәләрен, штурм һәм атыу буйынса заданиелар үтәй, полиция спецназының хәрби-хеҙмәт ҡулланыу үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып әҙерлек күрһәтә һәм былар барыһы ла физик мөмкинлектәрҙең ахырғы сигендә, туҡтауһыҙ режимда.

Һынауҙарҙың яңылығы шунда ла, һәр ҡатнашыусы бөтә этаптарҙы ла ҡәтғи судьялар һәм инструкторҙар күҙлегенән шәхсән үтә. Күнегеүҙәрҙе башҡарыу ҡағиҙәләрен һәм һәр этапты үтеү тәртибен һәр отряд иғтибарлы күҙәтте.

Тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд хеҙмәткәрҙәренә программаның йомғаҡлау өлөшөн үтәгәндә сикләнгән ваҡытта тулы хәрби экипировка менән өс километрлыҡ марш-ынтылыш үтергә тура килде. Йүгереүҙән һуң ҡатнашыусылар, альпинист ҡорамалдарын ҡулланып, легенда буйынса ҡораллы енәйәтсе йәшеренгән бинаны штурмлай башланы. Уны тотоуға йәки юҡ итеүгә ике минут ярым ваҡыт бирелә. Темпты һаҡлап ҡалыу өсөн махсус отряд офицерҙары еңел автотранспорт йөрөтөү оҫталығын  күрһәтә, шулай уҡ, автомобиль руле артында булып, дошмандың ҡораллы һөжүмен засаданан кире ҡаға. Өсөнсө этап башында Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд яугирҙәренә 13 минуттан артыҡ ваҡыт эсендә 12 күнегеүҙән торған комплексты башҡарырға кәрәк ине. Улар – физик әҙерлекте төрлө яҡлап тикшереү күнекмәләре.

Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд һәм Тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд яугирҙәре өсөн һынауҙарҙың өсөнсө өлөшөндәге ҡайһы бер заданиелары оҡшаш та булды. Мәҫәлән, шартлы рәүештә яраланған 90 килограмм ауырлыҡтағы хеҙмәттәшен “хәүефһеҙ зонаға” эвакуациялау һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү. Бынан тыш, икеһенә лә, тиҙлекте кәметмәйенсә, ергә теймәйенсә, 25 килограмлыҡ ике йәшникте 50 метр алыҫлыҡҡа күсерергә тура килде.

Имтихан барышында атыу тестына – һынауҙың мөһим элементына айырыуса иғтибар бүленә. Махсус подразделение яугирҙәренә биш минут ярым эсендә пистолеттан, автоматтан, пулеметтан теүәл атыу күрһәтергә, йәйәүләп хәрәкәт иткәндә төрлө позицияларҙан АГС-17-нән атыу нормативтарын үтәргә, ә Тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд офицерҙарына шулай уҡ 200 метр алыҫлыҡта Драгунов снайпер винтовкаһынан сәпкә тейергә кәрәк була.

Финалда Тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд һәм Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд яугирҙәре 100 метрлыҡ дистанцияны үтеп, уның тәүге 25 метрында “Урал” тәгәрмәсен ҡырҡып алалар. Һынау ҡағиҙәләре буйынса артабанғы кандидатты, алдағыһы икенсе этапты тамамлағандан һуң ғына сығаралар.

Һынауҙар үтеү өсөн 98 кандидат араһынан 30-ы һайлап алынды. Һөҙөмтәлә 30 дәғүәсенән Рәсәй гвардияһының Ҡырым Республикаһынан, Ульяновск өлкәһенән, Башҡортостан Республикаһынан һәм махсус тәғәйенләнеш үҙәгенән полицияһының спецназының дүрт хеҙмәткәре һынауҙарҙы уңышлы үтте.

Тантаналы теҙелеүҙә Рәсәй гвардияһы директоры армия генералы Виктор Золотов ҡушыуы буйынса ведомство башлығы урынбаҫары генерал-полковник Владислав Ершов спецназсыларға отличие билдәләрен тапшырҙы.

Росгвардия етәкселеге исеменән генерал-полковник Владислав Ершов рәсми геральдик билдә йөрөтөү хоҡуғына тәүге һынауҙарҙы уңышлы үткән хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы һәм Ҡаһарманлыҡ билдәһе  юғары профессионализм, оҫталыҡ, тәртип, фиҙакәрлек һәм үҙ эшенә тоғролоҡ символы булыуын билдәләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Росгвардияның махсус хеҙмәте.

Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Яугирҙәр һынауҙарҙы уңышлы үтте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас