

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында Әсә көнөнә арналған тантанала Сәлимә Ғөбәйҙулла ҡыҙына махсус хәрби операциялағы улы исеменән матур сәскә гөлләмәһе тапшыралар. Көтөлмәгән бүләктән әсәнең күҙҙәре йәшкә мансыла. Өҫтәүенә ошо ваҡытта "Шатун"дың әсәһе менән атаһының бергә йәшәүенә 38 йыл да тулған була.
Ике көн элек Сәлимә апайға ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ҙур өлөш индергәне, беҙҙең Ватандың лайыҡлы граждандарын тәрбиәләгәне өсөн Башҡортостандың Ирҙәр ҡоронан Рәхмәт хаты ла тапшырыла. Әлеге мәлдә әсәнең ике улы ил һағында.
"Шатун" 2006 йылдан Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында. Әле Запорожье өлкәһендә десант-штурмлау батальоны яугирҙәренә хәрби әҙерлек үткәрә. Унда ла ҡәҙерле кешеләрен онотмай, ошондай матур сәләмдәр ебәреп тора.
Фото: ғаиләнең шәхси архивынан.