

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының социаль объекттарында булды. Төбәк етәксеһе берҙәм логистик үҙәктең эше менән танышты. Республиканан гуманитар йөк менән даими рейстар уның майҙансығына килә, унан уларҙы адресаттарға - Башҡортостандың хәрби хеҙмәткәрҙәренә һәм урындағы халыҡҡа бүләләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь башында Өфөнән Донбассҡа 100-сө гуманитар ылау ебәрелде.
Красный Луч ҡасабаһында Радий Хәбиров ҡаланың Мәҙәниәт һарайында ла булды. Ул ярты быуаттан ашыу ремонтланмаған. Башҡортостан төҙөүселәре бинаны яңыртырға тотондо. Быйыл объекттың ҡыйығы, тәҙрәләре һәм ишектәре алмаштырыла. Киләһе йылда фасадҡа ремонт яһау һәм эске биҙәкләү эштәре планлаштырылған.
Төбәк Башлығы шулай уҡ Донбассҡа командировкаға килгән һәм урындағы дауаханаларҙа эшләгән республика табиптары менән аралашты. 26 кешенән торған медицина белгестәре бригадаһы көн һайын 50-гә яҡын кешене - өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итә. Радий Хәбиров бригада коллективына ҡатмарлы шарттарҙа фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Ошо һөнәр кешеләре минең өсөн - ысын геройҙар. Ә Донбасста эшләүселәр - икеләтә. Башҡортостан табиптары Красный Лучтағы өлкән һәм бәләкәй пациенттарға ярҙам итә. Өйҙән алыҫта, ҡатмарлы шарттарҙа. Бригада составында - 26 табип. Уларҙың күптәре командировкала беренсе тапҡыр ғына түгел. Уларҙың һәр береһенә һөнәри оҫталығы һәм алтын йөрәге өсөн рәхмәт. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Фото: glavarb.ru