

Күгәрсен районында “Герой әсәләре” тип аталған фотопроект ойошторғандар. Ул Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап яуҙа һәләк булған ир-егеттәрҙең яҡты иҫтәлегенә һәм уларҙың әсәләренә арналған.
“Беҙҙең “Әсәләр” – махсус хәрби операция биләмәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәңгелеккә ҡалған ир-егеттәр хаҡында иҫтәлекте һаҡлауҙың бәләкәй генә өлөшө. Тәү ҡарашҡа был ҡәҙимге ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ә ысынында иһә улар ябай түгел. Улар – батырҙарыбыҙҙың әсәләре! Һәр береһен йөҙгә танырға тейешбеҙ”, – тип яҙҙы үҙенсәлекле күргәҙмә тураһында Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, һәм уны мөмкин тиклем күберәк кеше күрһен ине, тигән теләген еткерҙе.
“Ошо минуттарҙа беҙҙең заман геройҙары, изге бурыстарын үтәп, кешенән фиҙакәрлек, хәрби ҡыйыулыҡ талап иткән хәлдәрҙә, йәшәү менән үлем араһында ҡала. Беҙҙең бурыс – Ватан өсөн алышҡан, уның ирке өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән батыр кешеләрҙең исемдәрен данлау. Уларҙың ҡаһармалығын балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ иҫтә тотһон өсөн барыһын да эшләү мөһим”.
Сығанаҡ: vk.com/marat.iskuzhin