

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов махсус хәрби операция үткәреү биләмәһенә доброволец булып китә. Был турала бөгөн үҙенең халыҡ менән тура бәйләнеше ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте.
– Юлай Талха улы контрактҡа ҡул ҡуйған һәм доброволец булып китә. Ул ошондай еңел булмаған ҡарар ҡабул итте. Күрәһегеҙ, минең командала лайыҡлы кешеләр эшләй, – тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, һорауҙар араһында һәр ваҡыттағыса, “Хәбиров командаһы” тураһында ла булды.
– Әле эшлекле команда булдырылған, ул ғәҙәттән тыш хәлдәр осоронда: ковид, МХО, үҙенең һөҙөмтәлелеген дәлилләне. Беҙҙә махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтмаған бер генә хакимиәт башлығы ла юҡ. Минең өсөн был үҙенсәлекле сифат билдәһе. Команданың төп өлөшө формалашҡан, тик ул үҙгәрә, кемдер арый, кемдеңдер йәше етә, – тине ул.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, кем бурыстарын үтәй алмай, шулар китә.
– Иғтибар итегеҙ, командала “урындағы” кешеләр эшләй. Улар Ишембай йәки Красногорскиҙан түгел, ә шул районда тыуып үҫкәндәр. Ә әле төрмәлә ултырған Борис Беляев һәм Рәмзил Күсәрбаев “икенсе мөмкинлек” аласаҡ. Беляев ҡайтҡас, уның ҡайҙа эшләй алырын хәл итәсәкбеҙ. Ул эшлекле кеше, чиновник булмаясаҡ, тик эш табылыр. Күсәрбаев менән дә шул уҡ хәл. Тормошто аҡ менән ҡараға бүлеп булмай. Кешеләр менән эшләгән саҡта ипле булырға кәрәк, күптәр яңылышырға мөмкин, – тине ул.
Фото: социаль селтәрҙәр.