

Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Йәш гвардия” ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүҙәрен дауам итә. Әле улар ҡала кешеләре килтергән посылкаларҙы ҡаптарға урынлаштыра, үҙҙәре лә гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий” гәзите.
“Йәш гвардия”ның урындағы бүлексәһенең “Патриотика” йүнәлеше кураторы Виктория Кормщикова әйтеүенсә, йәштәр ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтергә һәр саҡ әҙер. ”Беҙ бөгөн Ватаныбыҙҙы яу яланында батырҙарса яҡлаған хәрбиҙәребеҙгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған! Беҙ бергә – ҙур көс. Йәштәребеҙ сәйәси яҡтан аңлы һәм белемле, уларға ҙур ышаныс бағлайбыҙ”.
Азат Латипов фотоһы.