Геройҙар дәүере
2 Декабрь 2023, 18:00

"Нокиа"ға миҙал тапшырылды!

Яугир яраланған хеҙмәттәшен яу яланынан алып сығып, уны үлемдән ҡотҡарған.

"Нокиа"ға миҙал тапшырылды!"Нокиа"ға миҙал тапшырылды!
"Нокиа"ға миҙал тапшырылды!

Ауырғазы районы башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр итеүенсә,  «Нокиа» позывнойлы яугир  махсус хәрби операция биләмәһендәге батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған.

Яугир яраланған хеҙмәттәшен яу яланынан алып сығып, уны үлемдән ҡотҡарған. Шулай уҡ МХО-лағы яугир  дошмандың ике дронын юҡ иткән.

Геройҙың һорауы буйынса награда яугирҙең ата-әсәһенә тапшырылды, тип яҙған муниципалитет хакимиәте етәксеһе социаль селтәрҙә.

Афарин, "Нокиа"! 

Фото: Ауырғазы хакимиәте башлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас