

Республикала йәшәгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ебәрә, гуманитар ярҙам ойоштора. Әбйәлил районының Ҡушый ауылы фермеры Ильяс Һибәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә башмаҡ һуйған. Әйткәндәй, фермер быға тиклем башмаҡ, тай һуйып, итенән әллә күпме тушенкалар эшләгәндәр ине. Был юлы йәнә бер башмаҡ биргән. Был хаҡта "Осҡон" гәзите хәбәр итә.
"Ильястың ата-әсәһе, күршеләре, туғандары бергәләшеп 240 банка тушёнка әҙерләнеләр. Изге эш башҡарған Ильясҡа, тормош юлдашы Илсиәгә, Ишбулды һәм Гөлдәр, Сәғәҙей һәм Сания Һибәтовтарға, Гөлфирә һәм Әминә Шәрәфетдиноваларға, Лилиә Мәзитоваға, Зәйтүнә Сафинаға, Гәүһәр һәм Альмира Сөләймәноваларға афарин! Был тәмле һәм хәләл быҡтырылған иттәр һалдаттарыбыҙҙың ризығына яҙһын һәм улар тиҙерәк еңеү яулап, тыуған ергә имен-һау ҡайтһындар!"- тип яҙа "Осҡон"дар.
Фото: "Осҡон" гәзите.