Геройҙар дәүере
7 Декабрь 2023, 10:00

Әсә ике улын да алғы һыҙыҡҡа оҙатты...

"Был яңылыҡ аяҡтан йыға яҙҙы, сөнки уларҙың береһе лә хәрби кеше түгел".

Әсә ике улын да алғы һыҙыҡҡа оҙатты...Әсә ике улын да алғы һыҙыҡҡа оҙатты...
Әсә ике улын да алғы һыҙыҡҡа оҙатты...

Людмила өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Олег менән Артур икеһе лә үҙ аллы махсус хәрби операция зонаһына китергә ҡарар итә.  Уларҙың мәктәптә уҡыусы һеңлеләре лә бар. Егеттәр контракт төҙөй, ә әсәләре фатиха бирә.

– Махсус операция башланыу менән өлкән улым миңә: ”Беҙ Артур менән һуғышҡа барырға булдыҡ. Беҙҙекеләргә унда ярҙам кәрәк, беҙ бармаһаҡ, тағы кем?” - тине. Был яңылыҡ миңә көслө тәьҫир итте.  Ныҡ ҡайғырҙым. Уларҙың икеһе лә хәрби кеше түгел. Олег бынан 12 йыл элек армияла хеҙмәт итте, ә кесеһе  хеҙмәт тә итмәгән. Өлкәне автомеханик булып эшләне, кесеһе – магазинда  консультант. Әммә мин уларҙың ысын илһөйәр булып үҫеүен яҡшы беләм, сөнки олаталары Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илен һаҡлаған кеше.  Олаталарын күреп үҫмәһәләр ҙә, өләсәләре ейәндәренә уның фронттағы батырлығы хаҡында күп һөйләне. Үҙе лә бит тыл батыры, күпте күргән-кисергән. Хәҙер ҙә ул саҡтағы кеүек  бергәләшеп эш итеү, ярҙамлашыу бик мөһим. Олегтың ике ҡыҙы аталарын һағынып көтә. Уларҙың тыныс йәшәүе, уҡыуы, имен булыуы өсөн улым алғы һыҙыҡта ла инде, – ти әсә.

 Егеттәрҙең икеһе лә бергә Башҡортостан батальондарының береһендә хеҙмәт итә.

– Күмертауҙа яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса эш дауам итә. Берәүҙәр селтәр үрә, кемдер окоп шәмдәре эшләй, аҙыҡ-түлек килтерә. Был эш ҡулыбыҙҙан килә, егеттәребеҙгә көс-ҡеүәт теләйек, – ти ҡыйыу егеттәрҙең әсәһе.

Фото: https://kumertime.info/articles/vremya-geroev/2023-12-02/mama-molodyh-boytsov-kontraktnoy-sluzhby-gorditsya-svoimi-synovyami-geroyami-3547554

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас