Геройҙар дәүере
7 Декабрь 2023, 07:00

Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы

Ауыл халҡы еңеү өсөн берләшкән

Яугирҙәргә тыуған ер йылыһыЯугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы

Яугирҙәребеҙ фронтта уңыштарға өлгәшеүендә ирекмәндәребеҙҙең дә роле ҙур. Улар матди яҡтан ғына ярҙам итеп ҡалмай, һалдаттарҙың рухын күтәрә, тыуған еренең йылыһын ебәрә.

Республикабыҙҙа ирекмәндәр хәрәкәте бик әүҙем эшләй. Был хәрәкәттә халыҡтың кәм тигәндә дүрттән бер өлөшө ҡатнаша тип иҫәпләргә мөмкин. Йылайыр районының Бәрҙәш ауылында ла был ауыр ваҡытта халыҡ ситтә ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп “Ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһе” берләшмәһен ойошторған. Кистәрен мәҙәниәт йортонда йыйылалар һәм яугирҙәргә йылы ойоҡбаш, бирсәткә, билбау бәйләйҙәр, өй туҡмасы ҡырҡалар. Ирҙәр маскировка селтәрҙәре бәйләй һәм окоп шәмдәре эшләй. Был эште ауыл старостаһы Виктор Андреев ойоштора. Хәрби тормоштоң әсеһен татыған яугир-интернационалист Сергей Трофимов бер ярҙамдан да ситтә ҡалмай. Вайымһыҙ булмаған халыҡ матди һәм аҡсалата гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Әйткәндәй, Бәрҙәш ауылы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнаша.


#курултай #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир
#ФСГОРБ #ГрантыРБ
#ТрезвоеСело2023
#Айыҡауыл2023
#Зилаирский_район
#село_Бердяш

Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Яугирҙәргә тыуған ер йылыһы
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас