

Табип-офтальмолог Гүзәл Исмәғилева Өфөләге 3-сө поликлиникала эшләй. Әле ул Красный Луч ҡалаһында икенсе тапҡыр командировкала. Тәүгеһе 2022 йылдың сентябрь айынан декабргә тиклем дауам итә. Быйыл яҙ Донецк Халыҡ Республикаһында балаларҙы диспансерлаштырыуҙа ҡатнаша.
”Ул саҡта ҡаланы көн һайын бомбаға тоттолар, ҡурҡыныс ине. Бындай хәлгә лә кеше күнегә икән. Шартлауҙар тына, селпәрәмә килгән тәҙрәләр алмаштырыла йә ҡаҙаҡлана. Бер табип та, шәфҡәт туташы ла посын ташлап китмәне. Минең атайым – хәрби кеше. Беренсе тапҡыр командировкаға йыйынғанда ул былай тине: “Әгәр һин илгә кәрәкһең икән, был хаҡта уйланаһы түгел”. Мин бөгөн дә ғаиләмдең йылыһын, терәген тоям”,– ти табип.
Табиптар Красный Луч ҡалаһында йәшәгән өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итә, консультация бирә. Хәрби госпиталдәр эшләгәндә яралыларға ярҙам күрһәтә. Мина шартлауы һөҙөмтәһендә йәрәхәттәр алған ауырыуҙар күп була.
“Күҙ алмаһы зарарланған осраҡтар йыш осраны. Былтыр Башҡортостан батальондары һалдаттарына ярҙам иттек. Тәүге мәлдә бик ауыр булды, ҡорамалдар етешмәне, оҙаҡ ваҡыт ҡалала балалар офтальмологы булмаған. Белгестәр ҙур көсөргәнеш менән эшләне, көнөнә йөҙҙән ашыу пациентты ҡабул итергә тура килде. Бер саҡ күҙҙәре ныҡ зыян күргән үҫмерҙе ҡабул иттек. Ашығыс рәүештә госпиталгә оҙаттыҡ. Аҙаҡ ул беҙгә килде, күҙ күреүсәнлеге ҡайтарылған, бик шат.Былтыр дауаланған балалар быйыл да диспансер күҙәтеүендә, күптәренең күҙ күреүсәнлеген яҡшырта алдыҡ”, – ти табип.
Табиптарыбыҙға һаулыҡ, именлек, рухи көс теләйбеҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.