

Ул сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа: 1769 йылда Екатерина II тарафынан Изге Георгий ордены – иң юғары хәрби награда булдырыла. Ул Тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған офицерҙар составына тапшырыла.
Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.
Махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры Максим Серафимов 2022 йылдың 27 февралендә разведка отряды составында дошмандың көслө утына эләгә. Өлкән лейтенант, ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеп, 30 дошманды һәм бер бронетранспортерҙы юҡ итә. Һуғыш барышында подразделение 10 сәғәттән ашыу бинаны һаҡлай. Сираттағы һөжүм ваҡытында гранаталарҙың береһе офицерҙан ике метр алыҫлыҡта ҡолап төшә. Өлкән лейтенант Максим Серафимов уны үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай һәм ҡул аҫтындағыларҙы үлемдән ҡотҡара.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Өфөнән Максим Серафимовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Былтыр Белем көнөндә Өфөнөң Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән 40-сы белем биреү үҙәгендә тантаналы рәүештә уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды. Герой уҡыған класта уның исемле партаһы ҡуйылды. Шишмә районындағы “Патриот” паркҡа уның исеме бирелеп, биләмәһендә Рәсәй Геройы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Фотлар: “Башинформ”.