

Полковник Денис Чернавин – хәрби вертолетта осоусы, полк командиры, половник. Фронтҡа ул тәүге көдәрҙән алына. Ошо арауыҡ эсендә “Аллигатор” Ка-52 вертолетында 500-ҙән ашыу хәрби осошҡа сыға. Һөҙөмтәлә дошмандың тиҫтәләгән техникаһы, йөҙҙән ашыу тораҡ пункт, ике меңдән ашыу хәрби көсө юҡ ителә.
Рәсәй Геройының атаһы Юрий Чернавин улы менән ғорурлана.
Тыуған мәктәбендә уның фотоһы алтаҡтала башҡа алтын миҙал алыусылар менән бергә эленеп тора. Уҡытыусылары егет тураһында ғорурланып һөйләй.
Юлиә Малышева, Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбе директоры:
Денис Чернавин өс тапҡыр 9 Майҙа – Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнаша. Ул Ка-50 һәм Ка-52 вертолоттарының штурвалына ултырған осоусыларҙың береһе. Ул Батырлыҡ өсөн өс орден, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Рәсәй Геройы исеме яҡашыбыҙға Рәсәй Президенты Указы менән 2023 йылдың 31 июлендә бирелә. Юғары награданы геройға Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу 7 сентябрҙә тапшырҙы.
Фото Чернавиндар ғаиләһе архивынан алынды.