

Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операция барышында үҙҙәрен ҡыйыу һәм ҡаһарман итеп күрһәтә. Ватан геройҙары көнөндә уларҙың тағы берәүһе тураһында бәйән итмәксебеҙ. Ул – махсус хәрби операция старшинаһы Алмас Сафин. Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Әлшәй районының Раевка ауылынан булған яҡташыбыҙ был юғары исемгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булды.
Уның тураһында Кремль сайтында мәғлүмәт бар. Алмас Сафин махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнашҡан. 14 ғинуарҙа дошман Красный Лиман йүнәлешендә әүҙем һөжүм өсөн үҙенең резервтарын Кременная ауылы тирәһенә алып сыға һәм шуның менән десантсыларҙың оборонаһын өҙөп, артабан оператив киңлеккә сығырға, ғәскәрҙәр төркөмөн тәьмин итеү юлдарын киҫеп, тораҡты баҫып алырға йыйына.
“Полктың разведка органдары дошман резервтары подразделениеларының хәрәкәт итеү маршруттарын һәм төп һөжүмдең йүнәлешен асыҡлай. Полк командиры дошмандың хәрәкәттәре күҙалланған йүнәлештә оборона позицияларын көсәйтеү маҡсатында буйһонған подразделениеларҙы ҡайтанан йыйыу тураһында ҡарар ҡабул итә”, – тиелә Кремлдең белешмәһендә.
Старшина Алмас Сафин етәкселегендәге парашют-десант взводы батальон составында дошмандың төп һөжүме күҙалланған участкала оборона позицияларын һаҡлай. Яҡташыбыҙ минималь ваҡытта оператив рәүештә күҙәтеүҙе, инженер һәм фортификация ҡорамалдарын ойоштора, үҙенә буйһонғандарға бурыстар ҡуя һәм взводҡа беркетелгән позицияларҙы обороналауҙы ойоштора.
Алмас Сафин беренселәрҙән булып взвод позицияһы йүнәлешендә дошман подразделениеларының алға китеүен асыҡлай, хәрби хеҙмәткәр, дошман ғәмәлдәрен һәм ҡапыл һөжүм итергә маташыуын иҫкәртеп, яугирҙәргә ут асырға команда бирә. Был обороналанғандарға үҙ позицияларын ваҡытында биләргә мөмкинлек бирә.
Дошман уңышҡа өлгәшә алмай һәм минометтарҙан десантсыларҙың позицияһына ата башлай. Һөҙөмтәлә Алмас Сафин ауыр яралана, әммә ҡул аҫтындағыларға командалыҡ итеүен һәм маҡсатҡа ярашлы эш алып барыуын дауам итә. Алмас шәхси ҡоралынан ВСУ-ның биш хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә.
“Дошман бер нисә тапҡыр биләгән позицияһынан десантсыларҙы сығарырға маташа, ләкин ҡаты ҡаршылыҡҡа осрап, ҙур юғалтыуҙар кисерә, һөҙөмтәгә өлгәшмәй һәм полктың өсөнсө десант-штурм батальоны составынан өҫтәмә көстәр килгәндән һуң сигенергә мәжбүр була.
Старшина А. Сафин етәкселегендәге десантсыларҙың ҡыйыу хәрәкәте һөҙөмтәһендә яу барышында дошмандың бер танк, ике бронемашина һәм 50-гә яҡын хәрби хеҙмәткәре юҡ ителә. Алыштан һуң ул алған яраларынан вафат була.
Алмас Сафиндың юғары профессионализм һәм шәхси состав менән оҫта етәкселек итеүе, батырлығы һәм тәүәккәл эше Украина ҡораллы көстәренең әҙерләнгән һәм йыһазландырылған, һан яғынан уҙып киткән подразделениеларының алға китеүенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирҙе”, – тип хәбәр итә Кремль.
Ул 1985 йылда Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. IX класты тамамлағандан һуң, Бердскиҙа электр механикаһы техникумында белем ала. 2014 йылда Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлай. Контракт төҙөп, хәрби хеҙмәткә юллана – десант ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә.
2018 йылда Сүриәләге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға китә.Уның ғаиләһе: ҡатыны һәм өс балаһы, ике ҡыҙы һәм улы ҡалды.
Әле Рәсәй Геройы Алмас Сафиндың исеме Новосибирск өлкәһенең Бердск ҡалаһы урамына биреләсәк. Раздольный биҫтәһе халҡы ошондай башланғыс менән мөрәжәғәт итә. Депутаттар тәҡдимде бер тауыштан хуплай. Шулай уҡ Башҡортостанда, тыуған яғы Әлшәй районында ла уның исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эш башҡарыла. Беҙ үҙебеҙҙең геройыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ.
Фото: А. Сафиндың шәхси архивынан.