Геройҙар дәүере
11 Декабрь 2023, 13:00

97 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләй

Ул һуғыш афәттәрен үҙ иңендә татыған, шуға ла еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерә. 

97 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләй97 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләй
97 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләй

Мәләүездә йәшәгән 97 йәшлек Полина Чельник һуғыштың ни икәнен үҙ елкәһендә татыған. Шуға ла бөгөн бар ваҡытын махсус хәрби операция яугирҙәренә ойоҡбаштар бәйләүгә бағышлай.

"Йөрәк ҡушыуы буйынса" ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Ирина Сычкова (Архипова) һөйләүенсә, ул ғүмер буйы энәләрен ҡулынан төшөрмәгән. Полина инәй бәйләгән мамыҡ шәлдәр йөҙҙән ашып киткәндер. Оҫталыҡ серҙәрен ҡыҙҙарына һәм ейәнсәрҙәренә лә өйрәткән.

Бына шундай инәйҙәр күңел йылыларын ҡушып, изге доғаларын уҡып бәйләгән йылы һәм йомшаҡ ойоҡбаштар яугирҙәрҙең аяҡтарын йылытһын, тиҙерәк һуғыш тамамланыуына килтерһен! Афарин, Полина инәй!

Фото: "Путь Октября" гәзите. 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас