Геройҙар дәүере
11 Декабрь 2023, 04:00

Әсә видеояҙмала улының ғүмеренең һуңғы минуттарын күрә...

Фотограф Иштимер Йосопов яңыраҡ "Герой әсәһе. Герой ҡатыны" патриотик фотопроектын әҙерләне. Унда улының портреты менән Әлфиә Ғилметдин ҡыҙы ла ҡатнашты.

Әсә видеояҙмала улының ғүмеренең һуңғы минуттарын күрә...Әсә видеояҙмала улының ғүмеренең һуңғы минуттарын күрә...
Әсә видеояҙмала улының ғүмеренең һуңғы минуттарын күрә...

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Артур Ғиләжев 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға китә. Бер айҙан яралана һәм декабрҙә дауаланырға ялға ҡайта. Тиҙҙән кире алғы һыҙыҡҡа юллана.

Ә быйыл октябрҙә ул ҡамауға эләгә һәм һуңғы сиктә үҙен окопта граната менән шартлата, бер юлы дошмандың яугирен дә юҡ итә. "Голланд" позывнойлы кесе сержанттың батырлығы дошмандың түш камераһына эләккән, ролик шунда уҡ социаль селтәрҙәргә таралған.

Артурҙың ата-әсәһе видеоны күрә, әммә унда улдарының ғүмеренең һуңғы минуттары булғанын белмәй. «Артур 7 октябрҙән бәйләнешкә сыҡманы. Ә бер аҙнанан беҙҙең бер яугирҙең окопта үҙен һәм шул уҡ ваҡытта нацисты шартлатҡан видео күҙемә салынды. Үҙ сәхифәмә репост яһап: «Был яугирҙең туғандары табылһын ине», – тип яҙҙым. Роликта ишетелгән тауыштың миңә бик таныш булыуын хәтерләйем. Ләкин ул Вәзир менән беҙҙең улыбыҙ икән тип уйламағайным да», - тип һөйләгән Әлфиә Ғиләжева.

«Ул үҙе тураһында яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы. Урамда осраған таныштар улымдың дошманға бирешмәгәне, ҡурҡмайынса ғүмерен ҡорбан ҡылғаны өсөн рәхмәт белдерә», - тигән Артурҙың әсәһе.

Ул әйтеүенсә, улы аралашыусан һәм ихлас күңелле кеше булған. Туғыҙынсы кластан һуң Өфө авиация техникумына ингән, әммә мәктәпте тыуған ауылында тамамларға була, ә һуңынан Сибай ҡалаһына уҡырға инә. Күп тә үтмәҫтән, мөхәббәтен - Айгөлдө осрата һәм 18 йәшендә уға өйләнә. Уларҙың өс балаһы: ике ҡыҙы һәм бер улы тыуа.

Артур Ғиләжев армияла булмаған: хәрби хеҙмәт тәүҙә уҡыуы арҡаһында кисектерелгән, һуңынан - бәләкәй балалары булған өсөн. Әммә 2022 йылдың февраленән ул, башҡа яугирҙәр менән бергә булырға тейешмен, тигән ҡарарға килгән. Өс тапҡыр доброволец булыу теләге менән документтарын тапшыра, әммә уны алмайҙар. Дүртенсеһендә уға уңыш йылмая, ниһайәт.

Артур Ғиләжев үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Хәрби иптәштәре уны «ысын ир-егет булды» тип иҫкә ала.

Әбйәлил районынан фотограф Иштимер Йосопов яңыраҡ "Герой әсәһе. Герой ҡатыны" патриотик фотопроектын әҙерләне. Унда һәләк булған яҡташтарының әсәләрен, ҡатындарын яугирҙәрҙең портреттары һәм наградалары менән бергә һынландырҙы. Унда улы Артурҙың рәсеме менән Әлфиә Ғилметдин ҡыҙы ла ҡатнашты.

Әйткәндәй, ата-әсә улдарына түләнгән аҡсаны МХО-ға ярҙамға күсерә.

Артурҙың яҡты иҫтәлеге мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр. Әлфиә апайға, Вәзир ағайға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: https://vk.com/abzelil_102

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас