Геройҙар дәүере
11 Декабрь 2023, 08:30

Яугирҙәр "Нива"лы булды!

Хәйбулла районы башлығы МХО-нан ялға ҡайтҡан яугирҙәргә ҙур бүләк эшләгән.

Яугирҙәр "Нива"лы булды!Яугирҙәр "Нива"лы булды!
Яугирҙәр "Нива"лы булды!

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә, махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән яугирҙәр ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов улар менән осрашып, егеттәргә "Нива" автомобиле тапшырған. МХО биләмәһендә яугирҙәргә бындай автомобиль бик кәрәк. 

"Яугирҙәр әле өйҙә ял итә, кәйефтәре шәп һәм  артабан Ватан алдындағы бурыстарын үтәргә әҙер," - тип хәбәр итә Рөстәм Динислам улы.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас